Бөгөн Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары һәм ординаторҙары бүләкләнде

Яңы йылдан һуң республикала коронавирус менән сирлеләр күбәйҙе. Йәш белегстәр поликлиника һәм дауаханаларға практикаға ебәрелде. Медицина университеты ректоры Валентин Павлов белдереүенсә, 2 мең 400-ҙән ашыу студент һәм 1 мең ярымға яҡын ординатор халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙә ҡатнашҡан. Наҙгөл Ҡолдәүләтова  һөнәри ауырыуҙар табибы. Ул өс ай самаһы Өфөнөң 43-сө поликлиникаһында участка терпевы булып эшләгән. “Яҡшы һөнәр һайлағанмын. Кешеләрҙе дауалау – изге хеҙмәт. Был практика иһә оператив ҡарарҙар ҡабул итергә, эште тиҙ һәм сифатлы башҡарырға өйрәтте”, -  ти ул.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Юлиә Ғәниева Өфөнөң 9-сы ҡала клиникаһында, ә Фәнис Мөхәмәтйәров Нуриман район үҙәк дауаханаһында пратика үткән. “Коронавирустың бишенсе тулҡынында сирлеләр сәғәтләп артты. Шәхси ваҡытыбыҙ менән иҫәпләшмәй эшләргә тура килде. Практика оҫталыҡты камилаштырыу мәктәбе булды”, - ти йәштәр.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

“Медицинаның киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа. Студенттар табиптар менән бер сафта коронавирус менән көрәшә. Быйыл ғинуарҙа медицина хеҙмәткәрҙәренә төшкән көсөргәнешлекте кәметеү маҡсатында төрлө факультеттарҙа белем алған йәштәрҙе практикаға ебәрҙек. Улар был эште уңышлы атҡарҙы”, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн 200-гә яҡын студентҡа  Башҡортостан Башлығы, медицина университеты ректоры һәм Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенең маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.