Радий Хәбиров юл соҡорҙарын ямай башларға ҡушты

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы профилле министрлыҡтарға юл ремонтына тиҙерәк тотоноу кәрәклеген белдерҙе. “Халыҡ өсөн юлда соҡорҙарҙы ямау - мөһим мәсьәлә, шуға уға етди ҡарарға кәрәк”, - тине Радий Хәбиров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Транспорт министрлығынан белдереүҙәренсә, республикала юл соҡороҙарын ямау ҡышын да алып барыла. Йыл башынан 144 мең квадрат метр майҙанда юл тәртипкә килтерелгән.