Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Рәсәй Кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зоналар ассоциацияһы етәксеһе Андрей Шпиленко сығыш яһаны. Хәҙерге санкциялар заманында импортҡа алмаш мәсьәләһе бик мөһим. Иҡтисадтың бөтә тармаҡтарында ла берләшеп етештереүҙе яйға һалырға кәрәк. Андрей Шпиленко әйтеүенсә, Башҡортостанда был йүнәлештә эҙмә-эҙлекле эш алып барыла.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРадий Хәбиров әйтеүенсә, беҙҙең республика импортҡа алмаш өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашырға әҙер. Башҡортостан Башлығы Туймазылағы мебель кластерын өлгө булараҡ килтерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРадий Хәбиров оператив кәңәшмә ваҡытында Андрей Шпиленконы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.