Ул юлаевсыларға плей-офта уңыш теләне. Таҙа, яҡшы хоккей уйнағыҙ, ҡайһы бер осрашыуҙа еңелһәгеҙ ҙә ғорур булығыҙ, спорт - ул дуҫлыҡ, тине Радий Хәбиров. "Салауат Юлаев" плей-офты 2 мартта башлай. Юлаевсылары был этапта, Конференцияның ярым финалына сығыу өсөн Новосибирск хоккейсылары менән көс һынаша.