Фейк. Һаҡлыҡ банкы ипотека кредиттары проценттары артыуы тураһында хәбәрҙе ялған тип атаны

Интернетта  ошондай  хәбәрҙәр таралған. Һаҡлыҡ банкы  һәм  башҡа  ойошмалар  ипотека кредитын  25-30 процент менән бирә  башлай  тигән мәғлүмәттәр бар.  Быны  нигеҙ ставка  күтәрелеүе  менән аңлаталар.  Мәғлүмәт  дөрөҫлөккә  тап килмәй.  Һаҡлыҡ  банкынан  рәсми белдереүҙәренсә, бирелгән  ипотека  һәм  кредит  шарттарына  үҙгәреш индерелмәй. Проценттарҙы  күтәр ҙә  планлаштырылмай.