Радий Хәбиров сит илдән ҡайта алмаған Башҡортостан туристарына ярҙам итергә ҡушты

Республика башлығы был турала бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостан етәксеһе фекеренсә, Украиналағы хәлдәр менән бәйле ял итергә юлланған яҡташтарыбыҙҙың проблемалары килеп сығыуы бар. Был мәсьәләне контролдә тоторға кәрәк, тине Радий Фәрит улы.

Санкция шарттарыда социаль йөкләмәләрҙе үтәүгә килгәндә ҡатмарлыҡтар юҡ. Бар милли проекттар ҙа ваҡытында һәм тулы күләмдә тормошҡа ашырыла. Экспортҡа эшләгән предприятиеларға дәүләт тарафынан өҫтәмә ярҙам күрһәтеү ҡаралған. Республика башлығы әйтеүенсә, төп йүнәлештәрҙең береһе булып һаулыҡ һаҡлау тармағы тора.

Коронавирус менән бәйле хәл тотороҡлана, әммә башҡа сирҙәрҙе лә дауалау шарт. Туймазы һәм Сибайҙағы ковид госпиталдәрҙе ваҡытында файҙаланыуға тапшырыу бурысы тора. Республикала әле тиҫтәнән ашыу медицина учреждениеһы төҙөлә. Пандемия ваҡытында туҡтатылып торған диспансерлаштырыу ҙа кире тергеҙелә.

Башҡортостан башлығы юлдағы соҡор-саҡырҙарҙы ремонтлау бурысын да ҡуйҙы. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев белдереүенсә, соҡорҙарҙы ямау күрһәткесе үткән йыл менән сағыштырғанда, ике тапҡырға артҡан. Эш йыл әйләнәһенә тиерлек алып барыла.

«Башкиравтодор» йәмғиәтенең подряд ойошмаһы быйылғы ремонтҡа 478 мең тоннаға яҡын ҡырсынташ һәм 4 мең тонна битум әҙерләгән, был етерлек күләм.

Рәмзиә Кәримова