Саф һауала тамаша. Асҡын районында күсмә мәҙәни автоклуб үҙәге концерттар ойоштора. “Бер нисә ауылда программа менән сығыш яһаныҡ”, - ти “Аҡ ҡалпаҡ” йыр ансамбле ағзаһы, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Мәмдүнә Зарипова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАвтоклуб заманса аппаратура менән йыһазландырылған. Асҡын районында 74 ауыл иҫәпләнә. Уларҙың 40-ҡа яҡынында ғына мәҙәниәт усағы бар. Автоклуб иһә бындай учреждениелар булмаған урындарҙа тамаша һәм фильмдар күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Күсмә үҙәк “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы алынған.