Республика район һәм ҡала башлыҡтары кәңәшмәгә йыйылды

Көнбайыш илдәренең санкция шарттарында республиканың социаль-иҡтисади үҫеш мөмкинлектәре хөкүмәт, район һәм ҡала башлыҡтары ҡатнашлығында уҙған кәңәшмәлә өйрәнелде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ултырышта ҡатнашыусылар төбәктең инвестиция эшмәкәрлеге, төҙөлөш комплексының тотороҡлоғо, торлаҡ баҙары, ауыл хужалығы һәм тупланма бюджет үтәлеше мәсьәләләрен барланы. Шулай уҡ коронавирус таралыуға бәйле, санитар-эпидемиологик хәл дә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

Айнур Кәбиров