Һигеҙ төбәк ритейлеры үҙ ирке менән социаль әһәмиәтле тауарҙарға хаҡтың нигеҙһеҙ артыуын сикләне

Республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев башҡа ритейлерҙарҙы ла ошо башланғысҡа ҡушылырға саҡырҙы. Был турала ведемство етәксеһе кризисҡа ҡаршы штаб ултырышында белдерҙе. Штаб эшмәкәрлеген яңынан тергеҙеүгә көнбайыштың санкциялары сәбәпсе булды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Хөкүмәт Премьер-Министры Андрей Назаров уҙғарған кәңәшмәгә төбәктең төп предприятие етәкселәре саҡырылған. Хөкүмәт етәксеһе әйтеүенсә, республиканың социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы төҙәтмә талап итә. Төп маҡсат – алынған темпты һаҡлап ҡалыу өсөн иҡтисадҡа ярҙам итеү.

Бының өсөн башҡарма власть органдары һөҙөмтәле эшмәкәрлек алып барырға һәм мөмкин тиклем бюрократия кәртәләренән арынырға тейеш.

Айнур Кәбиров