Өфөлә Чечнялағы хәрби бәрелештә батырҙарса һәләк булған һалдаттарҙы иҫкә алдылар

Өфөлә Чечнялағы хәрби бәрелештә батырҙарса һәләк булған 76-cы гвардия һауа-десант дивизияһының 6-сы рота десантсылары иҫкә алынды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

22 йыл элек, 29 февралдә улар подполковник Марк Евтюхин етәкселегендә Аргун тарлауығында чечен боевиктарына ҡаршы алышҡа сыға. Һуңғыларының отряды күпкә ҡеүәтлерәк була. Һөҙөмтәлә туҡһан десантсының 84-е яу яланында ятып ҡала. Уларҙың икәүһе Башҡортостандан.

Ил президенты Указы менән ҡаһарманлыҡ күрһәтеүселәргә үлгәндән һуң юғары дәүләт наградалары – Геройы исеме, Батырлыҡ ордены тапшырыла. Хәтер сараһына килгәндә, ул йыл һайын баш ҡаланың «Тулҡын» паркындағы Башҡортостан десантсыларына арналған һәйкәл эргәһендә үтә.

Майҙанда бер минут тынлыҡ иғлан ителгәндән һуң, ветерандар хәрби бәрелештәрҙәге хәтирәләре менән уртаҡлашты, сәскә һалды.

Гөлназ Хәйбуллина