Ҡыҙ буллез эпидермолиз ауырыуынан яфалана. Ул үҙ йәше өсөн талап ителгән ауырлыҡтан күпкә еңел, шуға ла ҡыҙға витаминдарға бай махсус туҡланыу талап ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТыумыштан буллез эпидермолиз менән ауырыған Василисаның әсәһе ҡыҙының яраларын дарыуҙар менән эшкәртә. Әсе күҙ йәштәре - ғаилә өсөн көн һайын ҡабатланған күренеш...Сабыйҙың тәнендә булған яраларҙы дауалау мөмкин түгел, һирәк нәҫел сире менән яфаланған ҡыҙ ғүмер өсөн көрәшеп йәшәргә мәжбүр. Ауырлыҡтарға ҡарамай Василиса теремек, ихлас ҡыҙ булып үҫеп килә.
Василиса – республикала йәшәгән күбәләк-балаларҙың береһе. Первязка эшләү өсөн кәрәк-яраҡтар, махсус бинттар һатып алыу өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтелһә лә, күп дарыуҙарҙы ғаилә үҙ көсө менән һатып ала.
Василисаның сәләмәтлеген нығытыу өсөн махсус туҡланыу талап ителә. Ғаилә битараф булмаған халыҡтан ярҙам һорай, сөнки был ризыҡтарҙың дөйөм суммаһы 30 мең һум тирәһе.
Күбәләк ҡыҙҙың сиренә битараф булмаған һәр кем сабыйға ярҙам итә ала. Бының өсөн экрандағы иҫәпкә һәр кем ҡулдан килгәнсе аҡса күсерә ала. Уртаҡ көс менән Василисаның еңел булмаған тормошон еңеләйтеп, уның дөрөҫ үҫеше өсөн ярҙам итергә мөмкин.
ИНН 0278927542
КПП 027801001
40703810406000001333 "ҺАҠЛЫҠ БАНКЫ" ИҪӘБЕ
БИК 048073601
корр.счет: 30101810300000000601
Флорида Ким