Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республика үҙебеҙҙә етештерелгән ризыҡ менән тулыһынса тәьмин ителгән, был продукция өсөн ярты йыллыҡ сеймал запасы бар. Башҡортостан тәбиғәт шарттарына бәйле беҙҙә үҫмәгән продукцияны ғына импортлай, башҡалары үҙебеҙҙә үҫтерелә һәм етештерелә, тип белдерәләр ведомствонан.