Бынан 30 йыл элек зәңгәр экрандарҙа тәүге “Сәңгелдәк” тапшырыуы донъя күрә. Бөгөн “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәүлек әйләнәһенә эшләгән телеканал булараҡ билдәле. Эфирҙа 40-ан ашыу тапшырыуҙары бара, яңынан-яңы проекттары сыға. “Тамыр” телеканалының баш мөхәррире Резеда Миндийәрова һөйләй.