Республика һәм ил төбәктәренән 150 гүзәл зат вәкиле төрлө номинацияларҙа бүләкләнде. Шулай уҡ Башҡорт ҡатын-ҡыҙар йәмғиәтенең юғары наградаһы тапшырылды. Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙалға лайыҡ булыусыларҙың береһе Бөрйән район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәмилә Салауатова. Ул оҙаҡ йылдар ауыл хакимиәте башлығы булып эшләгән, бөгөн дә алғы сафта. “Гүзәл зат - ғаилә һәм ил тотҡаһы. Ул ниндәй генә вазифа биләһә лә, эшен намыҫ менән атҡара”, - ти Рәмилә Салауатова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтСығышы менән Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан булған, әлеге мәлдә Сочи ҡалаһында йәшәүсе Фәниә Әхмәтова ла Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙалға лайыҡ булыусыларҙың береһе. Ул Сочиҙа “Аманат” ойошмаһында хәйриә өлкәһен башлап ебәреүсе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт