Ике вариант ҡарала. Тәүгеһенә ярашлы, сит ил авиакомпаниялары самолеттары менән Рәсәй менән һауа бәйләнешен өҙмәгән илдәргә алып барыу һәм унан самолеттарҙа ҡайтарыу тәҡдим ителә. Тағы бер вариант буйынса Рәсәйгә сиктәш Европа илдәренә килтереп еткереү һәм поезд менән алып ҡайтыу мөмкинлеге өйрәнелә. Әле сит илдәрҙә Башҡортостандың 1 мең 800 гражданы бар.