Быйыл Өфөлә сылбырлы техникалар йыйыла башлай

Минск трактор заводы менән төҙөлгән килешеүгә ярашлы, «Беларус 2103» тракторҙары «Башсельхозтехника» базаһында эшләнәсәк. Шулай уҡ предприятие хеҙмәткәрҙәре был көндәрҙә ауыл хужалығы техникаларын сәсеү кампанияһына әҙерләү менән мәшғүл. Ремонт эштәре барышы менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов танышты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

К-700 тракторының күсергестәр тартмаһына капиталь ремонттан һуң һынау үткәрелә. Ул сәғәт кеүек эшләһен өсөн хеҙмәткәрҙәр бар тырышлығын һалған. Бөгөн «Башсельхозтехника» предприятиеһының Шишмә филиалы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Шулай уҡ бында тәжрибәле белгестәр тупланған.

Филиалдыдың мотор цехында бер минутҡа ла эш тынмай. Сөнки сәсеү кампанияһы алдынан һәр хужалыҡ техникаларын ремонтлатып ҡалырға тырыша. Бындай осраҡта күптәре үҙ көстәренә ышанһа, ҡайһы берәүҙәр профессионалдарға мөрәжәғәт итеүҙе хуп күрә.

Филиалда ремонтлаған техника өсөн дәүләттән 60 процентҡа тиклем субсидия ҡаралған. Шуға ла хужалыҡтар өсөн был айырыуса отошло. Өҫтәүенә, гарантия ла бирелә.

Ремонтланған агрегаттар артабан ошо цехҡа килтерелә. Уның белгестәре техникаларҙы тулыһынса ҡорау менән мәшғүл. Ремонтланған тракторҙар яҡын көндәрҙә хужалыҡтарға ҡайтарыла.

Дәүләт ярҙамы менән хужалыҡтарға яңы техникала ла һатып алырға мөмкин. Һуңғы йылдарҙа Өфө эргәһендәге базала 100-ҙән ашыу «МТЗ» йыйылған. Предприятиеһы етәкселеге был ҡаҙаныш менән генә туҡтап ҡалырға йыйынмай. Яҡын киләсәктә Башҡортостанда Минск заводының сылбырлы техникалары ла ҡорола башлар тип көтөлә.

Ауыл хужалығы техникалары һәм тағылмалы инвентарҙар менән йыл һайын Өфөлә ойоштороп килгән күргәҙмәлә танышырға мөмкин. Быйыл ул 14-25 мартҡа тәғәйенләнгән.

Илдар Байбулатов