«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы тыуған көнөн билдәләй

Ижади коллектив ошо уңайҙан Ер шарының төрлө нөктәләренән, тамашасыларҙан ихлас ҡотлауҙар ҡабул итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

30 йыл элек асылған студия бөгөн тотош балалар-йәштәр телеканалына тиклем үҫкән. Сифатлы контентлы тапшырыуҙар әҙерләүсе ижадсылар менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының ҙур студияһына «Тамыр»ҙа тәүге көндәрҙән алып эшләгән алып барыусылар, журналистар, режиссерҙар йыйылған. Андрей Стенин – режиссер-менеджер, «Сәңгелдәк»те бәүелтеүсе Дилара Зарипова, «Артылыш» , «Телекомпас» тапшырыуҙарын алып барыусылар Тәлғәт Зәйнуллин, Азат Саҙрыевтар.

Улар «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телерадиостудияһында тәүге аҙымдарын эшләүселәр. Бөгөн иһә «Тамыр» телеканалы алып барыусылары дәртле, рухлы, идеялар менән һуғарылған йәшлек йылдарына тура эфирҙа яңынан әйләнеп ҡайттылар.

«Тамыр»ға йән өрөүсе, милли кадрҙар әҙерләүсе Луиза Азамат ҡыҙы идеяһы менән телевидениела «Сәңгелдәк»,»Сулпылар», «Артылыш», «Тай-тулаҡ», «Телекомпас», радиола «Иләү», «Алмаш», «Аҡ елкән» тапшырыуҙары бөтәһе 13 проект тормошҡа ашырыла. Был проекттар республика балаларын милли рухта тәрбиәләй, Башҡортостанда йәшәгән милләттәр араһында дуҫлыҡ ебен нығытырға булышлыҡ итә.

«Тамыр»каналы өс тиҫтә йыл ғүмерен лайыҡлы үткән йәш егет һәм ҡыҙ йәшендә. Ил күләмендә яуланған туғыҙ бронза «Орфей» статуэткаһының ауырлығы 7 килограмм, әммә ил күләмендә танылыу яулау өсөн «Тамыр»ҙар бынан да күберәк рух көсө һәм тырышлыҡ һала, ти, етәкселәре Гөлназ Ҡолһарина.

«Тамыр» ға ҡағылышы булмаған кешене Башҡортостанда тап итеүе мөмкин дә түгел. Алып барыусылар тормошта береһе лә юғалып ҡалмаған, үҙ юлын тапҡан. Ата-әсәләр, тапшырыуҙарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашҡан геройҙар – бөтәһе лә « Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телерадиостудияһына рәхмәтле.

«Тамыр» телеканалы – балалар, үҫмерҙәр, йәштәр һәм ғаилә ҡиммәттәренә арналған, милләт-ара дуҫлыҡҡа ҡоролған сифатлы контент булдырған киң донъя. Ғорур, мөһабәт «Тамырлы» ҙур ағас олондарына таянып эшләүселәргә ижади үрҙәр, креатив идеялар, яңынан-яңы еңеүҙәр лайыҡ булһын.

Гүзәл Борханова,