Радий Хәбиров «Ginza Project» компанияһы вәкилдәре осрашты

Сауҙа үҙәктәре һатыулашыу өсөн генә түгел, ә ял итеү, аралашыу, буш ваҡытты файҙалы уҙғарыу урындарына әйләнергә тейеш. Радий Хәбиров осрашыуға саҡырған «Ginza Project» компанияһы вәкилдәре Башҡортостанға ошондай проекттар тәҡдим итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республика башлығы әйтеүенсә, заманса сауҙа майҙансыҡтарын ойоштороу өсөн республикала мөмкинлектәр ҙур. Ә иң мөһиме: һатыу итеү ассортименты киң.

«Гинза Проджект» холдингы Рәсәй һәм сит илдәрҙә лә үҙ селтәрен йәйелдерә. Илдең баш ҡалаһында бындай комплекстар күп. Беҙҙең маҡсат төбәктәрҙә баҙар майҙансыҡтарын яңы кимәлгә сығарыу, ти ойошма етәксеһе Дмитрий Сергеев.

Баҙар, юл буйы комплекстары, глемпинг һәм ҡунаҡхана бизнесында ла хеҙмәттәшлек юлдары ҡаралды. Беҙҙең эшмәкәрлек даирәһе киң. Икенсе осрашыуға беҙ конкрет проекттар тәҡдим итәсәкбеҙ. Башҡортостанда ла уларҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре иркен.

Айнур Кәбиров