Йылайыр районы халҡы ауыл проблемаларын хәл итергә теләк белдерҙе

Йылдар дауамында борсоған мәсьәләләрҙе сисеү юлдарының береһе – ул “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы. Йылайыр ауылы биш йыл рәттән был проектта еңеп сыға. Балалар майҙансығы ҡалҡып сыға, һыу торбалары яңыра, хоккей майҙансығы төҙөлә. Уҙған йыл спорт менән шөғөлләнеүселәр өсөн сисенеп-кейенеү урыны булдырыла. Быйыл иһә Йылайыр ауылы зыяраты биләмәһен төҙөкләндерергә ниәтләй.  Был хаҡта ауыл биләмәһе башлығы  Александр Годуленко.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт