Йылайырҙар янғын хәүефһеҙлеген хәстәрләй

Йылайыр районы Үркәс ауыл биләмәһе янғын һүндереү машинаһын һатып алырға теләк белдергән. Ҡыҙҙар-Биргән ауылы халҡы был ҙур эште “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы ярҙамында башҡарып сығырға иҫәп тота.  Проект суммаһы 1 500  000 һум тәшкил итә. Әйтергә кәрәк, ауыл биләмәһе йыл да был программала ҡатнаша һәм еңеп сыға. Бағыусылар оло ярҙам күрһәтә.