Быйыл Шишмә районындағы «Патриот» хәрби-патриотик паркында тәүге йыйындар үтәсәк

Беренсе сменаға ике йөҙ курсант килә. Әле 200 гектар майҙанды биләгән паркта эштәр йылдам бара. Төҙөүселәр иҫке казарманы ремонтлап тышҡы биҙәүгә тотонған. Бина эсендә кубриктар, уҡыу бүлмәләре төҙөлә. Эштәр барышы менән бөгөн Башҡортостан башлығы яҡындан танышты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Хәрби техника музейы, тарихи-мемориаль комплекс, партизан ауылы, физкультура һауыҡтырыу комплекстары. Алкин ауылындағы элекке хәрби часть танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк. Бында хәҙер «Патриот» паркы төҙөлә.

Элекке һалдат казармаларында «Авангард» хәрби-патриотик тәрбиә уҡытыу-методика үҙәге урынлашасаҡ. Әле төҙөүселәр йыйында ҡатнашыусылар өсөн кубриктар, уҡыу бүлмәләре хәстәрләй. Тәүге ике йөҙ курсантты бында июндә үк ҡабул итергә ниәтләйҙәр.

Бында республиканың барлыҡ 10-сы синыф уҡыусылары 5 көнлөк хәрби-күнекмә йыйындарында ҡатнашасаҡ. Бынан тыш , «Авангард», хәрби-патриотик сменалар үткәреүгә тәғәйенләнгән. Был осраҡта йәш буйынса бөтөнләй сикләү юҡ. 8-се синыфтан алып балаларҙы йәлеп итергә теләйбеҙ. Улар профилле сменаларҙа йыл дауамында шөғөлләнәсәк.

Айбулат Хажин, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры

Ә парктың бурысы тәрбиә эштәре мәнән генә сикләнмәй. Маҡсат – шанлы тарихыбыҙҙы хөрмәтләү, ҡораллы көстәрҙең халыҡ араһында абруйын күтәреү.

Илһөйәрлек тойғоһо һәр кемдә бар. Ләкин уны уятырға, дөрөҫ йүнәлеш бирергә кәрәк. Шуға күрә йәш быуында патриотизм төрбиәләү өсөн бындай үҙәктең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Балалар үҙ иленә кәрәкле кеше, уның ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын белеп тәрбиәләнергә тейеш.

Виктор Иванов, Өфө епархияһы протоиерейы

Хәрби-патриотик йүнәлештәге тәүге парк республикала йәшәүсе бар халыҡты ла йәлеп итеп торорға тейеш, ти Радий Хәбиров. Бында үҫмерҙәр генә түгел, тотош ғаиләләре менән ял итергә килергә килергә тейештәр.

«Патриот» паркы тулыһынса 2024 йылға төҙөлөп бөтәсәк. Ул ваҡытҡа тиклем биләмәлә конгресс-үҙәк, мәсет, бәләкәй сиркәү, атта сабышыу һәм ҡоралдан атыу үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк.

Айнур Кәбиров