Ауыл халҡы тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән программала быйыл да ҡатнаша. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтХалыҡ һәм дәүләт көсө менән төҙөкләндерелгән медицина пункты. Уҙған йылды ғына урындағылар врач амбулаторияһының санитар талаптарға яуап бирмәүенә, тейешле шарттарҙың булмауына зарлана ине. Яңы йылда иһә Матрай һәм уға яҡын тирә ауылдарҙа йәшәүселәр һаулыҡ үҙәгенең эшмәкәрлегенә ҡыуанып бөтә алмай.
Матрай врач амбулаторияһы бинаһына бынан өс тиҫтә йыл элек нигеҙ һалынған һәм бығаса ул ремонт күрмәй. Уҙған йылда ауыл биләмәһе халҡы медицина үҙәгенен төҙөкләндереү ниәте менән Урындағы башланғастарҙы хуплау программаһында ҡатнашырға теләк белдерә.
2022 йылда ла урындағылар йәшәйеште яҡшыртыу маҡсатында дәүләт программаһында ҡатнашырға теләк белдерә. Быйыл улар ауыл паркын төҙөкләндерергә ниәтләй.
Быға тиклем Матрай халҡы Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашып, тракторлы, арбалы булыуға өлгәште. Быйылғы проект та халыҡ мәнфәғәте өсөн ҡабул ителде.
Әлфиә Хәмитова