«Берҙәм Рәсәй» партияһынан табиптарға бүләк

Бөгөн Дәүләт Думаһы депутаты Наталья Орлова Башҡортостан кардиология диспансерына еңел автомобиль асҡысы тапшырҙы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Транспорт сараһы сәйәси фирҡәнең «Табиптарға рәхмәт» акцияһы сиктәрендә алынған. Кардиология диспансеры табиптары әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа медицина учреждениеһына эш күләме артҡан. Сөнки коронавирус йөрәк-ҡан-тамырҙарына кире йоғонто яһай, кардиология ауырыуҙарының артыуына килтерә. Шуға күрә лә көнө-төнө эшләгән бригадалар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу көнүҙәк бурыс булып тора. Был үҙ сиратында медицина хеҙмәтләндереүенең сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итә.

Был Башҡортостанға бүләк ителгән тәүге транспорт сараһы түгел. «Берҙәм Рәсәй» партияһы әлегә тиклем дә «Табиптарға рәхмәт» акцияһы сиктәрендә медицина учреждениеларына автомобилдәр тапшырған. Сәйәси фирҡә хәйриә эшмәкәрлеген киләсәктә лә дауам итергә иҫәпләй. Транспорт саралары эшҡыуарҙар ярҙамы менән алына.

Наталья Орлова, Дәүләт Думаһы депутаты

Беҙҙең кардиология диспансеры тотош республиканы хеҙмәтләндерә, табип-кардиологтар бригадаһына төрлө район-ҡалаларға сығырға тура килә. Медицина хеҙмәткәрҙәренә уңайлы шарттары тыуҙырыла икән, тимәк, ярҙам күрһәтелгән пациенттар иҫәбе лә арта. Сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлау һәм дауалау мөмкинлеге киңәйә.

Ирина Николаева, Республика кардиология диспансерының баш табибы

Рәмзиә Кәримова