Сара етеп килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналды.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЙәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге ойошторған проект 2018 йылдан алып ғәмәлгә ашырыла. Осрашыуҙарға Өфөлә йәшәүсе һәм эшләүсе спортсылар, блогерҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм сәйәсмәндәр, табиптар саҡырыла. Улар һөнәр һайлау буйынса кәңәштәр бирә һәм уңыш серҙәре менән бүлешә.
Етеп килгән 8 март байрамы алдынан осрашыуға «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» рәйесе Гөлнур Ҡолһарина, Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды генераль директоры Люциә Сәйфуллина һәм табип-педиатр Гөлнара Иҙрисова саҡырылды. Сараға онлайн форматта ла ҡушылырға ла мөмкин ине.
Әлфинә Килдейәрова