«Салауат Юлаев» хоккейсылары өсөн быйылғы плей-офф уңышлы башланды. Юлаевсылар «Себер» клубын 2-1 иҫәбе менән еңде.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтОсрашыу алдынан Өфө командаһы составы үҙгәрештәр кисерҙе. Атап үткәндә Джефф Плэтт менән Маркус Гранлундтың үҙ илдәренә ҡайтып китеүе билдәле булды. Шуға ла тренерҙар штабы фин легионерын беренсе звенола Виктор Тихонов менән алмаштырҙы. Уйынға килгәндә, Антон Шенфельд тырышлығы менән дәғүәселәр 4-се минутта уҡ алға сыҡты.
Күп тә үтмәй, Николай Кулёмин иҫәпте тигеҙләүгә иреште. Осрашыуҙың яҙмышы беренсе тәнәфестән һуң хәл ителде. Степан Санников индергән шайба юлаевсыларға еңеү килтерҙе. Шулай итеп, «Салауат Юлаев» хоккейсылары серияла 1:0 иҫәбе менән алға сыҡты. Бөгөн командалар ял итә, ә иртәгә «Өфө-Арена» боҙ һарайында сериялағы икенсе уйын үтә.