Башҡортостан Тажикстан менән хеҙмәттәшлекте нығыта

Радий Хәбиров Тажикстандың Рәсәйҙәге илсеһе Давлатшох Гулмахмадзоданы ҡабул итте. Осрашыуҙа эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм инвестициялар йәлеп итеү, медицина, ауыл хужалығы һәм мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы мәсьәләләр тикшерелде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Яҡтар араһында тауар әйләнеше былтыр 31 миллион долларҙан ашып киткән, башлыса ул нефть продуктарын, ағас эшкәртеү һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте продукцияларын экспортлауға ҡайтып ҡалған. Бөгөн Башҡортостан ВУЗ-дарында меңдән ашыу Тажикстан студенты белем ала, шулай уҡ сит илдең күп кенә граждандары республикала эш урындары тапҡан.