Башҡортостанда ташҡынға әҙерлек башланды

Ҙур һыу килгән осорҙа граждандарҙы һәм биләмәләрҙе һаҡлау өсөн штабтар һәм ваҡытлыса йәшәү пункттары ойошторола, техника әҙерләнә, ҡотҡарыусылар менән уҡыуҙар үткәрелә. Республика буйынса 257 биләмәгә ташҡын хәүефе янай, әммә был осорҙа граждандарҙың именлеген тәьмин итеү өсөн бөтә ведомстовалар ҙа әҙер. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Һыуҙа, һаҙлыҡта һәм боҙҙа йөрөүсе техника ташҡын осорона әҙер. Ҡотҡарыусылар ҙур һыу килгән ваҡытта мөмкин тиклем тиҙ ваҡытта ярҙам итеү өсөн бөтә көстәрҙе туплап, ташҡынды хәүефһеҙһеҙ үткәреп ебәреү өсөн иҫкәртеү сараларын ойоштора.

Оператив хеҙмәттәр ҙур һыу килгән осорға бер нисә аҙна алдан уҡ әҙерләнә башлай, сөнки республикала 257 биләмәләге йорттарҙы һыу баҫыуы ихтимал. Граждандарҙы ваҡытлыса эвакуациялау, йәшәү, медицина пункттары ойоштороу, уларҙы хәүефһеҙ урынға күсереү өсөн транспорт әҙерләү кеүек мәсьәләләр иғтибар үҙәгендә булды.

Өфөлә 4 меңгә яҡын йортто һыу баҫыуы ихтимал, шуға ла баш ҡала буйынса ла ташҡын эҙемтәләрен кәметеү буйынса эш алып барыла. Ғәҙәттәгесә, ҡотҡарыусылар иң хәүефле фараздарҙы күҙ уңында тота.

Флорида Ким