Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы концессия өсөн объекттарҙы алыуға конкурсты электрон тәртиптә үткәрергә тәҡдим итә. Бынан тыш, шәхси инвесторҙар күберәк төҙөлөп бөтмәгән биналарҙы ҡуртымға алып, файҙаланыуға тапшырыуҙа ҡатнаша ала. Башҡортостанда дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә 43 миллиард һумлыҡ 39 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла.