Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе активының “Старт 24” тип аталған республика форумы башланды

Унда ҡала һәм райондарҙан делегаттар – урындағы партия бүлеге секретарҙары, Дәүләт Думаһы һәм Башҡортостан парламенты депутаттары ҡатнаша. Фирҡәнең республика бүлексәһендә 100 меңдән ашыу ағза иҫәпләнә. Бөгөн “Депутаттар корпусы – Радий Хәбиров командаһы”, Торлаҡ-коммуналь үҫеш стратегияһы 2035”, “Атайсал” проекты” тигән темаларға түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү ойошторола. Урындағы бүлек секретарҙары өсөн дәрестәр уҙғарыла. Коммерция булмаған ойошмаларҙы грант конкурсында ҡатнашырға өйрәтәләр. Көндөң икенсе яртыһында Башҡортостан бүлексәһе секретары, шулай уҡ төбәк сәйәси советы һәм президиумы, төбәк контроль комиссияһының яңы составы һайлана.