Республика етәксеһе Радий Хәбировтың Тажикстандың Рәсәйҙәге илсеһе Дәүләтшах Гөлмәхмәтзада менән осрашыуында ошо турала килешелде. Былтыр Өфө һәм Дүшәмбе араһында тауар әйләнеше 31 миллион долларҙан ашыу булған. Уның төп өлөшө беҙҙең республиканан экспортҡа тура килә. Осрашыуҙа үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү кәрәклеге билдәләнде. “Көнбайыш ябыла. Тимәк, көнсығыш һәм Азия менән бәйләнеш булдырырға кәрәк. Бының өсөн бөтә мөмкинлекте файҙаланыу мөһим. Бөгөн санкциялар индереү һөҙөмтәһендә буш ҡалған урындарҙы иң әүҙемдәр алып ҡаласаҡ”, тип иҫәпләй иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт