Бөгөн Башҡортостандан Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына тәғәйенләнгән ылау юлға сыҡты. Украина агрессияһынан зыян күреүселәргә аҙыҡ-түлек, дарыу һәм медицина кәрәк-яраҡтары, төҙөлөш материалдары һәм башҡа көнкүреш тауарҙары тупланған. Сибай халҡы киң күңелле, ярҙамын йәлләмәне, ти "Беҙ бергә" ирекмәндәр штабы етәксеһе Лена Мөхәмәтова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостан халҡы 150 тонна әйбер әҙерләгән. Республика Хөкүмәте аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов әйтеүенсә, гуманитар ярҙам Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында йәшәүселәрҙең ихтыяжынан сығып тупланған. Хәрби бәрелештәр ветерандары берлеге рәйесе Тимерйән Рәжәпов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтДонбасс республикаларына гуманитар ярҙам Башҡортостан башлығы башланғысы менән йыйылды. Предприятие һәм ойошмалар, тәү сиратта ябай халыҡ әйбер туплауҙа ҡатнашты. Радий Хәбиров "Торатау" конгресс холы янындағы майҙандан гуманитар ылауҙы оҙатырға килде. Радий Хәбиров Донбасс халҡының бәләһенә битараф ҡалмай, ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Гуманитар ылау машиналары 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов портреты менән биҙәлгән. Автомобилдәргә 2 мең километр самаһы юл үтергә тура килә. Башҡортостан вәкилдәре Донбасҡа ике көндән барып етә.