Өфө халҡы февралдә йылы өсөн аҙыраҡ түләй

Быйыл ҡыштың аҙаҡҡы айы йылыраҡ килде, шуға түләү уртаса 18 процентҡа кәмерәк була, тип хәбәр итәләр ресурс менән тәьмин иткән ойошмаларҙан. Уртаҡ йылы иҫәпләгестәре ҡуйылған йорттар өсөн шундай тәртип ҡарала. Былтыр Өфөлә 2 мең ярымға яҡын күп фатирлы йортта октябрь, ноябрь һәм декабрҙә лә һауа торошона бәйле йылыла экономияға өлгәшелгән.