Башҡортостанда ярты йыллыҡ аҙыҡ-түлек запасы бар

Был турала Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов белдерҙе. Үтә ныҡ ҡоро 2021 йылда ла беҙҙең хужалыҡтар 2 миллион тоннанан ашыу иген үҫтерҙе, был республика ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә. Ғәҙәттә иһә 3-4 миллион тонна уңыш алына. Аҙыҡ-түлек баҙарында хәл тотороҡло, предприятиелар ғәҙәти тәртиптә эшләй, тине ул.