Был турала бөгөн Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһында белдерҙе. Республика башлығы һәләк булған хәрбиҙәрҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уларҙың ғаиләләренә бар яҡлап та ярҙам итеү бурысын ҡуйҙы. Конференцияла шулай уҡ сәйәси фирҡәнең эшмәкәрләгенә йомғаҡ яһалды һәм бурыстар билдәләнде. Төп темалар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт«Берҙәм Рәсәй» партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең быйылғы коференцияһы ҡатмарлы геосәйәси шарттарҙа уҙа. Украиналағы махсус операция республика өсөн дә эҙһеҙ үтмәй. Был юлы Радий Хәбиров та үҙ сығышын ҡайғы уртаҡлашыуҙан башланы. Украинала Ейәнсура районынан өлкән лейтенант Алексей Кондратьев һәләк булған, уның ҡатыны һәм биш айлыҡ сабыйы ҡалған. Өлкән сержант Кузьма Николаев Ҡырмыҫҡалы районынан. Ҡатыны менән ике бала тәрбиәләгән.
Бөгөн Ватаныбыҙ ҡатмарлы осор кисерә, Рәсәйгә ҡаршы төрлө яҡлап мәғлүмәти һөжүм бара. Ошо шарттарҙа төп көс булып берҙәмлек тора, һәр заманда ла татыулыҡ, тотороҡлоҡ өлгөһө булған Башҡортостан бөгөн дә үҙ асылына тоғро ҡалыр тип ышанабыҙ, ти ҡатнашыусылар.
«Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһе иһә төрлө һынылышлы осорҙарҙа ла халыҡтың төп терәге булып тора, маяҡ ролен үтәй. Коронавирус пандемияһы ваҡытындағы эшмәкәрлек һәм республика төбәктәрендә тормошҡа ашырылған проекттар шуға асыҡ миҫал.
Сәйәси фирҡәнең һәр проекты тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин. Уңайлы ҡала мөхите йәки Бәләкәй Ватан мәҙәниәте проекты булһынмы, Балалар спорты, йә Айыҡ Башҡортостанмы, уларҙың һәр береһе тормош сифатын яҡшыртыуға бағышланған. Мәҫәлән, Башҡортостанда тормошҡа ашырылған «Атайсал» проекты ярҙамында ғына урындарҙа бихисап күркәм эштәр башҡарылған.
Конференцияла Республика башлығы белдереүенсә, киләсктә лә оло маҡсаттар тора. Бар социаль йөкләмәләр үтәлергә тейеш. Сөнки бурыс, халыҡ алдындағы яуаплылыҡ тигән төшөнсә бар.
Бынан тыш, партия проекттары сиктәрендә музейҙарҙы ремонтлау, музыка ҡоралдары алыу һәм башҡа эштәр ҡаралған. Ә һандарға килгәндә Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» партияһы 100 меңдән ашыу ағзаны берләштерә. Бөгөнгө конференцияла 300-гә яҡын делегат ҡатнашты. Сарала киләсәктә тормошҡа ашырылған проекттарҙың презентацияһы үтте, бурыстар билдәләнде.
Рәмзиә Кәримова