Осрашыуҙы ҡарарға «Өфө-Арена»ға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров килде.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТөбәк етәксеһе ҡулына плакат тотоп Владимир Путиндың Украинала махсус операция уҙғарыуын хуплауын белдерҙе. Унда Z хәрефе яҙылған һәм һалдатты артынан ҡосаҡлаған Салауат Юлаев клубы символы төшөрөлгән. Уйынға килгәндә, бөгөн юлаевсылар составында бер генә легионер ҙа булманы.
Финляндия һәм Дания хоккейсыларынан тыш та яҡташтарыбыҙ көслө уйын күрһәтте. Улар дәғүәселәрен 4-2 иҫәбе менән еңде. Шулай итеп Башҡортостан командаһы серияла 2-0 иҫәбе менән алда бара. Киләһе ике уйын 7 һәм 9 мартта Новосибирскиҙа уҙа.