Башҡортостан Тажикстан менән иҡтисади, социаль һәм гуманитар өлкәләрҙә, агросәнәғәт комплексында хеҙмәттәшлекте киңәйтергә әҙер. Был турала Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТажикстандың Рәсәйҙәге илсеһе Дәүләтшох Гулмахмадзода менән осрашыуы тураһында хәбәр итеп, төбәк етәксеһе: «Беҙ халыҡ-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү буйынса эште дауам итәбеҙ. Ике ил араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙә төбәктәрҙең роле ҙур», – тип белдергән.
«2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан менән Тажикстан араһында тауар әйләнеше 31,3 АҠШ доллары тәшкил иткән һәм башлыса экспорттан торған. Алдағы 2020 йыл менән сағыштырғанда, үҫеш 6,5 процент. Беҙҙең республика Тажикстанға нефть продукттары, кальцийланған, каустик һәм аш содаһы, пластмасс материалдар, ашламалар, үҫемлек майы, ағас эшкәртеү һәм металлургия сәнәғәте материалдары оҙата.
Төбәк етәксеһе республиканың минераль ашламалар һәм үҫемлекселек өсөн биотҡатнашмалар етештереү буйынса берлектәге предприятиелар булдырыуҙа ярҙам итергә әҙербеҙ. Быйыл Башҡортостан делегацияһы Тажикстанға барасаҡ, коллегаларыбыҙҙың да республикаға тәҡдим итер әйберҙәре күптер, тип ышанам тип яҙған Радий Хәбиров.
Гөлдәриә Йосопова