Халыҡ-ара эшлекле мөнәсәбәттәрҙе нығытыу өсөн ойошторолған сарала Тажикстан рәсми делегацияһы етәксеһе Давлатшох Гулмахмадзода ҡатнашты. Ҡунаҡтар Башҡортостанда энергетика һәм сәнәғәт өлкәһендә ил кимәлендә иң көслө кадрҙарҙы әҙерләйҙәр тип билдәләне. Өфөлә диплом алған студенттар тыуған яҡтарында хеҙмәт урыны менән тәьмин ителәсәк тип көтөлә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт
Милли стилдәге аудиторияны асыу өсөн әҙерлек ярты йыл самаһы дауам итте. Тажикстан тарихы менән бәйле фотоһүәрттәр тупланды, биҙәү эштәре архитекторҙар проекты буйынса башҡарылды. Аудитория Тажикистандың үҙаллылығына 30 йыл тулыу айҡанлы булдырылды.
Олег Баулин, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры
Өфө дәүләт нефть техник университетында 200-гә яҡын Тажикстан студенты белем ала. Белгестәр әйтеүенсә, йәштәр республикалар араһында эшлекле мөнәсәбәттәрҙе нығытыу өсөн тағы ла бер этәргес булып тора. Киләсәктә Башҡортостан менән Тажикстан араһында ауыл хужалығы тармағы йүнәлешендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү ҡаралған.
Башҡортостан менән Тажикстан республикалары араһында тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Һуңғы йылдарҙа Тажикстандан беҙгә импорт тауарҙар индерелә башланы, беҙ үҙебеҙҙең яҡтан экспорт тәҡдим итә алабыҙ. Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары төбәктә ойошторолған сараларҙа ирекмән булараҡ ярҙам итеп, хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Маргарита Болычева, Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры
Подписывайтесь на Bash.News