Роботлаштырылған әмәлиәт. Был юлы операция техниканың һуңғы ҡаҙанышы буйынса модернизацияланған робот икс-ай ҙа башҡарылды. Яңы роботта Мәскәү хирургы, медицина фәндәре кандидаты, Артем Гончаров оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Уны БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова күҙәтте.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтОперация өҫтәлендә 63 йәшлек ир. Ул Себер ҡалаларының береһендә йәшәгән. Йыш эс ауыртыуына, хәле бөтөүгә зарланған. Табиптар йыуан эсәгендә яман шеш барлығын асыҡлаған. Һөйөнөскә, метастазалар таралып өлгөрмәгән. Пациент Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһына мөрәжәғәт итә. Уға операция бушлай мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса башҡарылды.
Хирургтың ҡулдары операция өҫтәленән метр арауыҡта тора. Рәссам Да Винчи исеме менән аталған аҡыллы робот ярҙамында кеше ғүмере ҡотҡарыла. Механик ҡулдар йыуан эсәгендә яман шеш булған пациентты яман сирҙән арындыра. Роботтың ҡулдарының береһе видеокамера өсөн яуаплы, ә ҡалған икәүһе реаль ваҡыт эсендә хирург ҡушҡан командаларҙы үтәй, дүртенсеһе ассистент ролендә.
Яман шеште алыу буйынса әмәлиәт барышында иң камил техника робот икс-ай ҡулланылды. Рәсәйҙәге алты роботтың береһе Волга буйы федераль округында, Өфөлә, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында ҡоролған. Был робот ярҙамында кеше ҡарынының бөтә майҙанында ла әмәлиәт үтәргә мөмкин.
Операция барышыннда эйелеп торған хирургты түгел, ә бер-нисә механик ҡулды ғына күрәһең. Пациент ҡарынында барған процесстар менән хирург манипулятор һәм педаль ярҙамында идара итә. Бәләкәй яралы әмәлиәт хирург өсөн уңайлы, ә пациентҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге бирә.
Операция ике сәғәттән ашыу барҙы. Модернизаиияланған һәм иң теүәл эшләгән робот икс-айҙа эшләнгәне 8 миллиметрлы дүрт уйым аша, 7 cантиметр тәрәнлектә башҡарылды. Эш барышын студенттар, ординаторҙар БДМУ-клиникаһы менән интернет бәйләнеше булған бөтә нөктәләрҙә, хатта сит ил клиникалары табиптары ла ҡарап, өйрәнеп ултыра алды.
Гүзәл Борханова