Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығы “Благовещен” айырым биләмәһе резиденттары исемлегенә “Озон Уфа”(OZON) яуаплығы сикләнгән ойошмаһы инде. Компания бында яңы логистика комплексы булдырыуҙы планлаштыра. Инвестиция проекты 1 мең 404 кешегә эш урыны булдырыуҙы күҙаллай. Финанс күләме 2 миллиард һум тирәһе. Бөгөн “Благовещен” айырым иҡтисади зонаһында 33 резидент теркәлгән. Уларға дәүләт яғынан ярҙам маҡсатында һалым ташламалары бар.
Сығанаҡ: ://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=55170