Рәсүл Тайыпов: “АйТи хәҙер – иҡтисадтың төп драйверы”

Рәсәйҙә мәғлүмәт технологиялары өлкәһе белгестәренә ярҙам була. Президент Владимир Путин ҡул ҡуйған указға ярашлы, ИТ-компаниялар өс йылға килемгә һалым түләүҙән бушатыла. Ойошмалар яңы проекттар өсөн 3 процентҡа кредит юллай ала. Бынан тыш, ИТ-компаниялар хеҙмәткәрҙәренә льготалы ипотека бирелә, 27 йәшкә тиклемге белгестәр армиянан азат ителә. Башҡортостан Һанлы үҫеш министры урынбаҫары Рәсүл Тайыпов әйтеүенсә, милли проектҡа ярашлы мәғлүмәт технологиялары өлкәһе белгестәренә ярҙам күрһәтелеп килде. Яңы указ ИТ-компаниялар һәм һанлы технологияларҙы үҫтереүгә яңы мөмкинлектә аса.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт