Радий Хәбиров Башҡортостан ҡатындарын байрам менән ҡотланы. Бөгөн Өфөлә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы сара үтте. Унда республика ҡала һәм райондарынан гүзәл заттар ҡатнашты. Тантанаға төрлө һөнәр эйәләре йыйылған ине.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡортостан Башлығы ҡатындарҙы тәбрикләп уларға һәм яҡындарына именлек, уңыштар теләне. “Гүзәл заттар төрлө урындарҙа эшләй, бала тәрбиәләй, йәмәғәт тормошонда, хәйриә сараларында әүҙем ҡатнаша. Бәхетле әсәлек дәүләттең тотороҡлоҡ күрһәткесе“, - тине Радий Хәбиров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРадий Хәбиров бөгөн шулай уҡ “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы. 5 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 15 әсә юғары наградаға лайыҡ булды. Хәйбулла районынан Филүзә Абдуллина һәм Ғәйшүрә Ғәбитова “Әсәлек даны” миҙалын алып ҡыуанды.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтХалыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан 7 һәм 8 мартта ял итәбеҙ.