Радий Хәбиров Башҡортостан ҡатындарын байрам менән ҡотланы

Гүзәл заттарға – дәүләт бүләктәре. Бөгөн хеҙмәтендә уңыш ҡаҙанған һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем булған ҡатын-ҡыҙҙарға республика наградалары тапшырылды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһаринаға “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән исем бирелде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Рәсәйҙәге беренсе машинист ҡыҙ, Куйбышев дирекцияһының Дим депоһы хеҙмәткәреАлёна Мироноваға Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаты тапшырылды. Алёна Өфөнөң тимер юл транспорты колледжын тамамлаған. Екатеринбург ҡалаһында электр поезын йөрөтөүсе ярҙамсыһы булырға уҡыған. 26 йәшлек белгес Өфө – Приют маршруты буйынса хәрәкәт иткән “Көнбайыш экспресс” электричкаһын йөрөтә.