Был турала Республика башлығы бөгөн Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған тантаналы йыйылышта белдерҙе. Һеҙ ғаилә усағын һаҡлаусы ла, ил тотҡаһы ла, тине Радий Хәбиров. Ул байрам айҡанлы төрлө өлкәләрҙә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән, әүҙем тормош алып барған гүзәл заттарға юғары дәүләт наградалары ла тапшырҙы. Тантананан БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИзге әсә лә лә ул, гүзәл эшсе лә ул, йәм биреүсе, йән биреүсе Ватанға. Был шиғыр юлдары ҡатын-ҡыҙҙың асылын бар тулылығында һүрәтләй. Гүзәл заттар ғаилә усағын һаҡлаусы ла, ил тотҡаһы ла.
Быйылғы байрам ҡатмарлы шарттарҙа үтә. Әммә республика башлығы билдәләүенсә, Украиналағы махсус операция социаль йөкләмәләрҙе үтәүгә ҡамасауламай. Мәғариф, медицина учреждениеларын төҙөү дауам итә. Тик бөгөн йәмғәтселектән берҙәмлек талап ителә, шул ваҡытта ғына һынауҙарҙы еңеп сығыу мөһим, тип билдәләнде тантанала. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров фекеренсә, әле беҙ алғы һыҙыҡтағыларға бар яҡлап теләктәшлек күрһәтергә тейешбеҙ.
Татанала республикаға арымай-талмай хеҙмәт иткән гүзәл заттар ҙа бүләкләнде. Улар араһында билдәле шәхестәр ҙә, ябай хеҙмәткәрҙәр ҙә бар. Һәр береһе үҙ эшенең оҫтаһы, тыуған иленең асыл шәхесе.
Ҡатын-ҡыҙҙың иң ҙур бәхете – сабыйын һөйөү. Тантанала ишле бала тәрбиәләгән гүзәл заттар ҙа ҡатнашты. Ишле бала табыуҙан ҡурҡырға кәркмәй, һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа, ти улар.
Ҡатын-ҡыҙҙар хөрмәтенә бай йөкмәткеле концерт программаһы ла әҙерләнгән. Ә Донбасс тураһындағы йырҙы залдағылар аяғүрә баҫып тыңланы. Һәр әсә өсөн донъяларҙың имен, балаларының иҫән-һау булыуы мөһим.
Тарихтан, тарҡат та идара ит, тигән ҡағиҙә барыбыҙға ла яҡшы таныш. Сөнки тарҡау, бер береһен күрә алмаған, нәфрәт тойғоһо йөрөткән халыҡты һындырыу, юҡка сығарыу күпкә еңел. Шуға күрә ил тотҡаһы булған гүзәл заттарыбыҙ әлеге ҡатмарлы шарттарҙа берҙәмлек, илһөйәрлек яҡлы. Ил-йорттоң, ғаиләләрҙең имен киләсәге алғы һыҙыҡталарға ғына түгел, һәр беребеҙҙең яуаплылығына ла бәйле. Беҙ берҙәмлек менән көслөбөҙ.
Рәмзиә Кәримова