Балалар тәрбиәләүҙә сикһеҙ мөхәббәт һәм оло йөрәк өсөн награда

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Радий Хәбиров күп балалы әсәләрҙе тәбрикләне. «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булыусылар тағы ла 16 гүзәл затҡа артты. Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, донъяла әсә булыуҙан да олораҡ, изге миссия юҡ.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Табиптар, уҡытыусылар, ашнаҡсылар, төҙөүселәр, тәрбиәселәр һәм һауынсылар. Тантаналы тамашаға йәшәйештең төрлө тармағында, төрлө тарафында йәшәүсе гүзәл заттар саҡырылған. Әммә ниндәй генә һөнәр эйәләре булмаһын, уларҙың иң төп бурысы – әсә булыу. Миҙал менән бүләкләнеүселәрҙең барыһы ла биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләй.

Айнур Кәбиров