Урында йәшәүселәр «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашып, муниципаль этапта беренсе урынға лайыҡ булған да инде. Маҡсат – республика кимәлендә еңеү яулау. Ауылдың дәртле һәм маҡсатлы халҡы менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина аралашты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКөршәк ватыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү. Боронғо халыҡ уйындары заманса шарттарҙа. Абҙан ауылы урта мәктәбе уҡыусылары милли уйындарҙа ихлас ҡатнаша. Сөнки улар өсөн сәләмәт тормош рәүеше – тәү маҡсат.
Милли уйындар ғына түгел, спорт төрҙәре лә Абҙан ауылы үҫмерҙәре араһында популяр. Урындағы мәктәптә саңғы, волейбол, тхэквондо буйынса түңәрәктәр эшләп килә. Спорт менән йәштәр ҙә, өлкәндәр әүҙем шөғөлләнә.
1989 йылда төҙөлгән мәктәптә өс ауылдан 110 бала белем ала. Балалар баҡсаһында 40 малай-ҡыҙ тәрбиәләнә. Сәләмәт тормош нигеҙҙәре кешелә бала саҡтан уҡ һалынырға тейеш, ти мәғариф ветераны Нәсия Йосопова.
Абҙан ауылы тарихы мәктәп музейы экспонаттарында һаҡлана. Кәштәләрҙәге йыһаздарзың күп өлөшө урындағы халыҡ ярҙамында йыйылған. Иң боронғоһона – бизон баш һөйәгенә яҡынса 10 мең йыл.
Сәләмәт тәндә иманлы рух булырға тейеш. Абҙан ауылында йәшәүселәргә айыҡ тормош алып барыуҙа дин юлдаш. Урындағы хәҙрәт Хәмзә Әлимғолов бер нисә тиҫтә йыл айыҡ тормош алып бара, уның ҡиммәттәрен улдары һәм ейәндәре лә уртаҡлаша.
Абҙандарҙың мәҙәни кимәле лә юғары. Бөгөн урындағы «Өмөт» коллективы халыҡ театры исемен яҡланы. Ауыл мәҙәни йортонда ағинәйҙәр ҡоро, йыр-бейеү коллективтары эшләп килә. Урындағы халыҡ «Айыҡ ауыл» конкурсының республика кимәлендә еңеп сығырына ышана. Еңеү яулаусы ауыл хакимиәте кесе Ватанды төҙөкләндерергә планлаштыра.
Рәзилә Ғиниәтуллина