Байрам алдынан алдынғы уҡытыусыларға, мәктәпкәсә балалар һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары педагогтарына Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы ткигән маҡтаулы исемдәр тапшырылды. Юғары наградаға Өфөнән Лилиә Мурзина кеүек уҡытыусылар династияһын дауам итеүселәр, Сәкинә Лоҡманова кеүек мәғариф тармағында оҙаҡ йылдар һөҙөмтәле эшләгән ветерандар ҙа бар.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт«Башҡортостандың мәғариф тармағында эшләгән 12 талантлы һәм үҙ һөнәренең оҫтаһы булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың тотош Рәсәй кимәлендә танылыу алыуы, ул беҙҙең мәғариф системаһы эшмәкәрлеге өсөн ҙур баһа», – тип билдәләне тәбрикләү тантанаһында Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Гүзәл Борханова