Башҡортостандан Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына оҙатылған гуманитар ярҙам 1600 километр юл үткән. Украина агрессияһынан зыян күреүселәргә аҙыҡ-түлек, дарыу һәм медицина кәрәк-яраҡтары, төҙөлөш материалдары һәм башҡа көнкүреш тауарҙары тупланған. Гуманитар ярҙамдың дөйөм ауырлығы 75 тонна самаһы. "Әле колонна Ростов өлкәһендә", - ти Хәрби бәрелештәр ветерандары берлеге рәйесе Тимерйән Рәжәпов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтДонбасс республикаларына гуманитар ярҙам Башҡортостан башлығы башланғысы менән йыйылды. Предприятие һәм ойошмалар, тәү сиратта ябай халыҡ әйбер туплауҙа ҡатнашты. Гуманитар ылау машиналары 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов портреты менән биҙәлгән.