«Яҡты уйҙары хыял булып ҡына ҡаласаҡ...»

Ейәнсура районы Украинала махсус операцияла ҡатнашып һәләк булған Алексей Кондратьевты һуңғы юлға оҙатты. Матәм митингында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул офицерҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уның исемен мәңгеләштерергә ҡушты. 25 йәшлек егеттең хәрби бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлгән. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Күҙ йәштәре йылға булып аҡһа ла баланы кире ҡайтарырлыҡ түгел. Иҫәнғолдар 25 йәшлек кенә Алексей Кондратьевты һуңғы юлға оҙатырға бөтә ауыл менән тиерлек килгән. Уларҙың күңеле улын, ҡустыһын, тормош иптәшен юғалтҡан Кондратьевтарҙың йөрәге менән бергә һыҡтай. Ил улының исеме мәңгеләштеререлергә тейеш, тине үҙенең сығышында Радий Хәбиров.

Алексей Ейәнсура районынынң Иҫәнғол ауылында 1996 йылдың 8 майында донъяға килгән. Иҫәнғол 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыған. Уҡытыусылары уны тырыш, ныҡышмал уҡыусы булараҡ хәтерләй. Яҡшы уҡыған, спортсы булған. Уҡытыусы Светлана Родионова белем усағына Алексей Кондратьев исемен бирергә тәҡдим итте.

Бала сағынан уҡ ул хәрби булырға хыялланған. Мәктәпте бөткәс, Вольскийҙағы тыл һәм транспорт хәрби академияһына уҡырға ингән. Уҡыған сағында Ҡыҙыл майҙанда Хәрби парадта ҡатнашҡан. Өлкән лейтенант Белгород өлкәһендә хеҙмәт иткән, генерал булырға хыялланған.

Галина менән Михаил Кондратьевтар берҙән-бер улын, ике апаһы яратҡан ҡустыһын ерләне.

Уның матур пландары бар ине. Баҡса үҫтереп, ҙур итеп йорт һалып уның күтәрмәһендә яҡындар менән йыйылып йондоҙло төнгө күккә ҡарап ултырырға ниәте бар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был яҡты уйҙары хыял булып ҡына ҡаласаҡ.

Екатерина Гарафисламова, Алексей Кондратьевтың апаһы

Хәрбиҙең хыялын, бәлки, улы тормошҡа ашырыр. Алексейҙың ҡатыны һәм биш айлыҡ ҡына сабыйы ҡалды.

20 февралдә һуңғы тапҡыр күрҙем. Ул командировкаға юлланды. Яҡшы тормош иптәше һәм яратҡан атай булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик әҙ. Улының тәүге тешен дә күрмәне.

Ангелина Кондратьева, Алексей Кондратьевтың ҡатыны

Республика етәксеһе, Ватанды һаҡлап һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә мотлаҡ тейешле ярҙам күрһәтеләсәк, тип билдәләне.

Рәмилә Исмәғилева