Өфөлә Рәсәй Ҡораллы көстәренең махсус операцияһына теләктәшлек белдереү акциялары үтә

«Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» исеме аҫтында үткән акция автоһәүәҫкәрҙәре йыйҙы. Колоннаға теҙелгән автомобилдәр баш ҡаланың төп урамдары буйлап үтте. Маршрут Телеүҙәк алдында башланып, Ленин урамы, Үҙәк баҙар аша Октябрь проспекты буйлап «Машина төҙөүселәр» мәҙәниәт йортонда тамамланды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Украинаны ҡоралһыҙландырыу буйынса махсус операцияны хуплаусылар ял көнө автоуҙыш та ойошторҙо. Автоколонна Салауат Юлаев майҙанынан алып Еңеү паркына тиклем барҙы.

Һуңынан тыныслыҡ хаҡына хәрби бурысын үтәгән саҡта һәләк булыусыларға ғибәҙәт ҡылынды. Теләкләшлек белдереүгә «Аҡ йорт» тау саңғыһы комплексында ял итеүселәр ҙә ҡушылды.

Әлфинә Килдейәрова