Федерация Советы һуңғы ваҡыттағы хәлде тотороҡландырыуға йүнәлтелгән саралар комплексын хупланы. Был турала торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү мәсьәләһенә арналған ултырышта Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ -коммуналь хужалығы министры Ирек Фәйзуллин белдерҙе.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтВидеоконференция режимында уҙған кәңәшмәлә Радий Хәбиров ҡатнашты. Торлаҡ сафҡа индереү күләме буйынса Башҡортостан илдә етенсе, Волга буйы федераль округында икенсе урын биләй.
Осрашыуҙа шулай уҡ «Торлаҡ», «Таҙа һыу» һәм «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекттарын ғәмәлгә ашырыу барышы тикшерелде. Уның сиктәрендә федераль министр оператив контракттар төҙөү мөһимлеген билдәләне.